Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2019, 11:09

Илауына түҙә алмайынса...үлтергән

Силәбелә бер айлыҡ сабыйҙы үлтереүҙә ғәйепләү белдерелгән 29 йәшлек ир ҡулға алынған.


Силәбелә бер айлыҡ сабыйҙы үлтереүҙә ғәйепләү белдерелгән 29 йәшлек ир ҡулға алынған. Тикшереү фараздары буйынса, 19 декабрҙә кисен был ир, бер айлыҡ улының илауына түҙә алмайынса, бер нисә тапҡыр балаға һуғып, уны иҙәнгә атып бәрә. Табиптар ҡоткарырға тырышып ҡараһа ла, бер тәүлектән һуң сабый дауаханала йән бирә.

Был ҡот осҡос енәйәт ҡылынған ваҡытта баланың әсәһе лә шундабула. Ул ирҙе туҡтатырға ынлытып ҡарай ҙа бит, тик булдыра алмай, хатта уның үҙенә лә йоҙроҡ эләгә.

Ҡатын был ир менән рәсми рәүештә яҙылышмаған, тик ул - баланың атаһы. Элегерәк ир мөлкәткә ҡағылышлы енәйәт ҡылған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Ул үҙ ғәйебен таныған.
Читайте нас: