газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь 2019, 23:57

Ғаиләне кем үлтергән?

Өфөләге фатирҙарҙың береһендә үле килеш ғаилә табылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Әле уларҙың кем булыуҙары асыҡланды. Тәфтиш комитеты был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.

Өфөләге фатирҙарҙың береһендә үле килеш ғаилә табылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Әле уларҙың кем булыуҙары асыҡланды. Тәфтиш комитеты был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.
Шулай итеп, был Өфө шоссеһы урамында урынлашҡан йорттоң фатирында ата-әсә һәм уларҙың 44 йәшлек улдары йәшәгән. Кәүҙәләрҙең боҙола башлауынан сығып, улар унда декабрь башынан бирле ятҡан тип күҙаллана.
Күршеләре белдереүенсә, ғаиләне әсәләренең туған кешеһе тапҡан. Шул уҡ күршеләр әйтеүенсә, атаһының аяғы булмаған, әсәһе лә атламай түшәктә ятҡан. Улар ваҡыт ваҡыты менән иҫерткес эсемлектәр ҡулланған. Башҡа кешеләр менән аралашмағандар. Күренеүенсә, был фажиғәлә лә алкоголь сәбәпсе.
Тәүге фараз буйынса, өлкәндәрҙе улдары үлтергән һәм үҙенә лә ҡул һалған. Икенсеһе буйынса, кемдер уларҙың өсөһөн дә үлтереп сыҡҡан. Кәүҙәләрҙең бөтәһендә лә күп һанлы бысаҡ менән сәнселгән эҙҙәр табылған.
Нисек кенә булмаһын, барыһын да суд-медицина экспертизаһы асыҡлаясаҡ.
Фото: Башҡортостан ДТРК-һы.


Автор: Альфия Мингалиева ("Башҡортостан" гәзитенән)https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/ail-ne-kem-lterg-n-50768/
Читайте нас: