Башҡортостанда өс кеше көнкүреш газы менән ағыуланған. Хәл республиканың Октябрьский ҡалаһында булды. “Хәбәрҙәр-Башҡортостан” телеканалы хәбәр итеүенсә, шәхси йортта бәлиғ булмаған ике балалы ғаилә йәшәгән.
Һөҙөмтә шундай: әсә менән бергә уның 10 һәм 14 йәшлек балалары дауаханаға эләккән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ағыуланыуҙың сәбәбе – дөрөҫ эшләмәгән газ ҡаҙанлығы.
Әле урында белгестәр тикшереү үткәрә. Ағыуланған ғаиләнең хәле тураһында аныҡ мәғлүмәт юҡ.
Был көнкүреш газы менән ағыуланыуҙың тәүге осрағы түгел. Йыл дауамында ошо сәбәпле ғүмерҙәр өҙөлдө, дауаханаға эләккәндәр күп булды. Газ менән файҙаланған саҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итергә ярамай, һөҙөмтәһе ҡурҡыныс.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.