газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Декабрь 2019, 13:41

Гөлназ Асаева: "Иң яҡын кешеләрем дә минән ситләште"

Башҡорт-татар эстрадаһының популяр йырсыһы Гөлназ Асаева Инстаграмда үҙенең уңыштары, яңы ижад емештәре менән бүлешеп бара. Был юлы ла йырсы сираттағы еңеүе тураһында яҙа. Шулай уҡ үтеп барған йылдың үҙе өсөн бик ауыр булғанлығын да билдәләп үтә ул.

"Был йыл бик ауыр булды. Нисек уҙемдә көс табып, кире сәхнәгә сығырға икән тигән уй менән бер йыл йөрөнөм. Ысынлап та, бик ауыр булды, хатта иң яҡын кешеләрем дә миңә ҡул һелтәне. "Һинән булмай, һине халыҡ онотто, бер кемгә лә кәрәкмәйһең", — тип йөҙгә ҡарап әйткән саҡтарында үҙемде ҡулға алып, мин булдырасаҡмын тигән уйҙа яңынан эшләй башланым. Уңыш-ҡаҙаныштарым менән ҡәнәғәтмен. Бер йылда - өс премия", — тип яҙа Гөлназ Асаева.
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: