Ғафури районының Красноусол ауылынан Адель Мифтахова Мәскәүгә уҡырға киткәндә бары 17 йәштә була.
Ябай ғаиләнән сыҡҡан ҡыҙ алты мең һум аҡсаға ғына йәшәүе ауыр буласағын һәм әсәһенә һеңлеһе менән икәүһен ҡарауы ауыр икәнен аңлап, нефть компанияларында өҫтәмә аҡса эшләй башлай. Бынан өс йыл элек бьюти-блог асып, косметикаға тест үткәреү, уның ингредиенттарының химия күҙлегенән ниндәй йоғонто яһауы хаҡында һөйләү шөғөлөн юлға һала. Был темалар ике социаль селтәрҙә танылыу яулап, ҡыҙға 34 меңдән ашыу кеше яҙыла. Forbs Woman мәғлүмәттәренә ярашлы, әле Адель ай һайын 600-700 мең һум килем ала.
Мәғлүм булыуынса, ул - Рәсәйҙең танылған һәм йоғонтоло бьюти-блогерҙарының береһе. Адель косметика етештереүсе эре компаниялар менән хеҙмәттәшлек итә.
"17-19 йәшемдә миңә битем ныҡ оҡшамай ине, шуға тиремде буярға тырыштым. Баҡһаң, битте дөрөҫ тәрбиәләһәң, бер нәмәне лә йәшерергә кәрәкмәй, ул үҙе лә матурға әйләнә", - тип яҙған яҡташыбыҙ социаль селтәрҙәге диуарында.