газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 14:22

Йондоҙҙар беҙгә нимә юрай? (Йондоҙнамә (23-29 декабрь)

Уҡсы (23.11-21.12) Һеҙгә эштә лидерлыҡ сифаттарын күрһәтергә тура килер. Кеҫәгеҙҙең ҡалынайыуын көтөгөҙ, премия бирерҙәр. Ҙур әйбер һатып алып ҡыуанырһығыҙ. Һөйгәнегеҙ менән арағыҙҙа ниндәйҙер көсөргәнешлек һиҙелер. Урамда йығылып йәрәхәтләнеүҙән һаҡланығыҙ.

Ҡуҙы (21.03-20.04)

Аҙнаның тәүге яртыһы әллә ни шатландырмаҫ. Ә икенсе яртыһы күпкә уңышлыраҡ булыр, шуға күрә мөһим осрашыуҙарҙы ошо ваҡытҡа билдәләгеҙ. Финанс хәлегеҙ яҡшырыр. Яңы мөхәббәтегеҙ менән үҙегеҙҙе бәхетле итеп тойорһоғоҙ.

Буға (21.04-21.05)

Әлеге осорҙа һеҙҙе тик көнкүреш проблемалары ғына борсор. Уларын да тиҙ хәл итерһегеҙ. Етәкселек менән дә эштәр көйлө барыр. Матди хәлегеҙҙе һәйбәтләү мөмкинлеге тыуыр. Тик икенсе яртығыҙ менән уртаҡ тел таба алмай көйәләнерһегеҙ.

Игеҙәктәр (22.05-21.06)

Эштәге ҡайһы бурыстарығыҙҙы башҡаларға ла ҡушырға тырышығыҙ. Үҙегеҙҙе шулай ял иттереп алығыҙ. Яңы йылға әҙерлектән ҡәнәғәтлек табырһығыҙ. Белегеҙ: яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙе һеҙ генә яйлай алырһығыҙ.

Ҡыҫала (22.06-23.07)

Эштә ныҡ арырһығыҙ, хатта өйҙәге ваҡ ҡына мәшәҡәттәргә лә хәлегеҙ ҡалмаҫ. Аҡса менән алданыуҙан һаҡ булырға кәрәк. Һөйөүегеҙ ҙә ныҡлыҡҡа тикшерелер. Ваҡиғаларҙы тыныс ҡабул итергә өйрәнегеҙ. Ял көндәрен тәбиғәттә уҙғарыу хәйерле.

Арыҫлан (24.07-23.08)

Етәксегеҙҙән маҡтау һүҙҙәре ишетерһегеҙ. Карьера үҫешендә лә яңы офоҡтар асылыр. Шылтыратыуҙар, осрашыуҙар күп булыр. Ял итеү мөмкинселеген дә табығыҙ. Насар ғәҙәттәрҙән арыныу өсөн иң ҡулай осор.

Ҡыҙ (24.08-23.09)

Эштәрегеҙ араһынан иң мөһимдәрен һайлап алып, Яңы йылға тиклем атҡарып ҡуйығыҙ. Үпкәләткән кешегеҙҙән ғәфү үтенегеҙ. Ял көндәрен үҙегеҙ теләгәнсә үткәрерһегеҙ. Икенсе яртығыҙ менән араларығыҙ һыуынып алыр.

Үлсәү (24.09-23.10)

Хеҙмәт урынындағы аңлашылмаусанлыҡтар һеҙҙең хәлегеҙҙә сағылыш табыр. Психологик баҫым тойорһоғоҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа ла ҡатмарлыҡтар килеп сығыр. Аҡсағыҙҙы иҫәпләп тотоноғоҙ. Спорт иң яҡшы дуҫығыҙға әйләнер.

Саян (24.10-22.11)

Бөтә эштәрегеҙҙең осона сығыу яҡшыраҡ, юғиһә, ҡалған эшкә ҡар яуа, тиҙәр бит. Артыҡ пландар ҡормағыҙ, улар ғәмәлгә ашмаҫ. Шәхси һәләттәрегеҙҙе үҫтереү өҫтөндә эшләгеҙ. Көтөлмәгән осрашыу яңы һөйөү хистәрен яндырып ебәрер.

Уҡсы (23.11-21.12)

Һеҙгә эштә лидерлыҡ сифаттарын күрһәтергә тура килер. Кеҫәгеҙҙең ҡалынайыуын көтөгөҙ, премия бирерҙәр. Ҙур әйбер һатып алып ҡыуанырһығыҙ. Һөйгәнегеҙ менән арағыҙҙа ниндәйҙер көсөргәнешлек һиҙелер. Урамда йығылып йәрәхәтләнеүҙән һаҡланығыҙ.

Ылаҡ (22.12-20.01)

Был аҙнала бик яуаплы эштәр атҡарырһығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа мөһим ваҡиғалар көтөлә. Ғаилә менән театрға, концертҡа барыу кәңәш ителә. Кешеләр менән бәхәскә инмәгеҙ. Юлда иғтибарлы булығыҙ.

Һыуғояр (21.01-19.02)

Осор төрлө идеялар, пландар менән бай булһа ла, проблемалар ҙа етерлек килеп сығып торор. Көтөлмәгән тәҡдимдәрҙе уйлап ҡабул итегеҙ. Балаларығыҙ тик шатлыҡ ҡына бүләк итер. Диетаға ултырыу өсөн иң уңайлы мәл.

Балыҡ (20.02-20.03)

Кемдер һеҙҙең етәксе менән арағыҙҙы бутарға маташыр. Ашығыс эштәр әҙерәк ҡаҡшатыр. Һеҙҙә күберәк байрам кәйефе өҫтөнлөк итер. Сығымдарығыҙ күп булыр. Яҡын кешегеҙҙән бик үк яҡшы булмаған сюрприз көтөгөҙ.
Читайте нас: