Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда һауа торошо үҙгәрә. Ҡар урынына 20 градуслыҡ һыуыҡтар килә. Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, айырым райондарҙа буран сығыуы һәм боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә -15 градустан түбән төшә, аяҙытҡанда -22-гә тиклем.