газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 11:00

Яңы машиналар бирелде

Башҡортостандың 12 дауаханаһына яңы ашығыс ярҙам машиналары бирелде.

Башҡортостандың 12 дауаханаһына яңы ашығыс ярҙам машиналары бирелде. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.
Машиналар наркоз-һулыш алыу, реанимация ҡоролмалары, электрокардиограф, носилкалар, дефибриллятор, йылытылған юрғандар һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Был эш ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. .
Баймаҡ, Белорет, Бәләбәй, Бөрйән, Бүздәк һәм Дүртөйлө райондары үҙәк дауаханаларына, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Октябрьский ҡалаларына - берәр, Ишембай үҙәк дауаханаһына ике автомобиль оҙатылған.
Читайте нас