газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 14:38

Тәрбиәгә алынған балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособие арттырыла

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында тәрбиәгә бала алған һәм патронат ғаиләләрҙәге балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособие, ошо ата-әсәләргә тейешле түләү, шулай уҡ опекаға һәм попечителлеккә тапшырылған балаларҙы ҡарау өсөн пособие күләмен 2020 йылдың 1 ғинуарынан 4 порцентҡа арттырыу тураһында закон ҡабул ителде.

Депутаттарға ошо закон проектын Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Ольга Кабанова тәҡдим иткән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдан опека һәм попечителлек мәсьәләләре Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы ҡарамағынан Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығы ҡарамағына тапшырыла.
Закон проекты ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә алған граждандарға социаль ярҙам сараларын бойомға ашырыу һәм ошондай ата-әсәләрҙе матди дәртләндереү маҡсатында әҙерләнгән, тип билдәләне Ольга Кабанова.
Бындай ғаиләләргә пособие күләмен арттырыу өсөн 2020 йылда республика бюджетынан өҫтәмә рәүештә 68,4 миллион һум бүленә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Әйтәйек, әгәр хәҙер 3 йәшкә тиклемге баланы тәрбиәгә алған ата-әсәгә 9374 һум түләнһә, яңы йылда ул — 9749 һум, ә 3 йәштә өлкәнерәк балаларҙың ата-әсәһенә 7814 һум урынына 8126 һум була. Түләүҙәрҙең тулы таблицаһы ведомствоның сайтында баҫылған.
Читайте нас: