газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 11:10

Президент ниндәй һорауҙарға яуап бирҙе?

Кисә, 19 декабрҙә, Мәскәүҙең Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә Владимир Путиндың ун бишенсе ҙур матбуғат конференцияһы уҙҙы. Ул 4 сәғәт тә 20 минут барҙы, сарала 1895 журналист ҡатнашты.

Президент ниндәй һорауҙарға яуап бирҙе?
Кисә, 19 декабрҙә, Мәскәүҙең Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә Владимир Путиндың ун бишенсе ҙур матбуғат конференцияһы уҙҙы. Ул 4 сәғәт тә 20 минут барҙы, сарала 1895 журналист ҡатнашты.
Президентҡа тәүге һорау экология тураһында булды. Һүҙ күберәк атмосфераға зарарлы матдәләр сығарыу хаҡында барҙы. Быйыл ғәмәлгә ашырыла башлаған сүп-сар реформаһы тураһында ла һоранылар. Был тәңгәлдә булған проблемаларҙы “бөтә донъя” менән йырып сығырбыҙ, тигәнерәк фекер әйтте Владимир Путин.
- Беҙгә әле нимә етмәй? Халыҡ менән тура аралашыу етмәй. Уларға ҡалдыҡтар ҡайҙа, нисек эшкәртеләсәк, ҡайҙа күмеләсәген аңлатырға кәрәк. Бында “һоро схемалар”, криминалдан ҡотолорға ваҡыт. Элементар тәртип кәрәк. Кеше, әлбиттә, зарлана. Тарифтарҙың үҫеүе, мәҫәлән. Бығаса ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары (ТКО) өсөн айырым түләү булманы, хәҙер барлыҡҡа килде лә, күтәрелә лә башланы. Был һандар ҡайҙан килеп сыҡты, кем нимә өсөн түләй - барыһы ла асыҡ булырға тейеш... Быға йәмәғәт контроле талап ителә. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтына иғтибар итергә тәҡдим иттем. Бөтә ил менән беҙ сүп-сар проблемаһын хәл итәсәкбеҙ, - тине ил башлығы.
Рәсәй Президентының ҙур матбуғат конференцияһында беҙҙең республиканан да киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре барғайны. Шуларҙың береһенә - “Башинформ” агентлығы журналисы Азат Ғиззәтуллинға - бәхет йылмайҙы. Ул эскелеккә ҡаршы көрәш саралары ҡыҙыҡһындырҙы.
- Быйыл Башҡортостанда эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса тәжрибә үткәрә башланылар – байрамдарҙа, сығарылыш кисәләрендә, һуңғы ҡыңғырау байрамдарында, күмәк халыҡ ҡатнашҡан сараларҙа һатмайҙар. Ә хәҙер яңы йылға өлөшләтә сикләнеләр. Бынан тыш, ялған алкоголь менән сауҙа итеүселәргә әүҙем тотондолар, ябай кешеләргә хатта ялған хәмер етештереүселәрҙең һәм һатыусыларҙың урындары тураһында мәғлүмәт өсөн аҡса түләйҙәр. Беҙҙең етәксе, Радий Хәбиров, һөйләүенсә, ошо саралар ярҙамында йөҙгә яҡын кешенең ғүмере ҡотҡарып ҡалынған. Ләкин илдә үлем осраҡтары арта. Тыйып, штрафты арттырып ҡараныҡ. Һеҙҙең фекерегеҙсә, федераль кимәлдә тағы ла ниндәй саралар кәрәк, бәлки, тағы ла һөҙөмтәлерәк алымдар барҙыр, мәҫәлән, кешеләргә эскелек урынына берәй нәмә тәҡдим итергәлер?, - тип һораны Азат Ғиззәтуллин.
Владимир Путин һүҙҙәренсә, ялған алкоголгә һәм эскелеккә ҡаршы көрәш алып барыла, тик күптәр уны күрмәй.
- Яңыраҡ Сочиҙа немец бизнесы вәкилдәре менән осрашыуҙа беҙ таҙа спиртҡа күсереп иҫәпләгәндә Рәсәйҙә алкоголде Германияға ҡарағанда аҙыраҡ эсеүҙәрен асыҡланыҡ. Был – алкоголгә ҡаршы алып барылған кампания һөҙөмтәһе. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, спиртлы эсемлектәрҙе аҙыраҡ ҡулланыу арҡаһында ғүмер оҙайлығы артты. Был өлкәлә һаҡ эш итергә, аңлатырға һәм градусы аҙыраҡ булған продукцияға баҫым яһарға кәрәк, - тип яуапланы президент.
Владимир Путин шулай уҡ спорт, тыуым, интернет, Европарламент ҡарары, “Норманд форматы” перспективалары, Рәсәйҙең АҠШ менән диалогы, пенсия реформаһы һәм башҡа һорауҙарға ентекле яуап бирҙе.
#ВладимирПутин
Читайте нас: