Билдәле журналист, композитор Нурия Абдуллина ауыр сир менән яфаланһа ла, Башҡорт теле көнөндә туған телебеҙгә бағышлап, йыр ижад иткән. Йырҙың һүҙҙәренең авторы - шағирә Гөлназ Ҡотоева.
"Ҡыҙҙар, хәйерле иртә! Гөлназыбыҙҙың шиғырын таңғы сәғәт дүрттә уҡып, хыялланып, көйгә һалдым. Уға мөрәжәғәт итеүселәр булыр әле, рифма үҙенән-үҙе йырлана, шәп. Мин үҙемдең вариантты ебәрәм. Шулай итеп бергәләп премьера үткәрәйек", - тип яҙа Нурия апай "Ватсап"тағы төркөмдә.
Уның яңы йырына бик күп маҡтауҙар әйтелгән. "Ижадсы моңланмайынса булдыра алмай. Тағы ла яңы йыр тыуҙы. Афарин, Нурия! Уңыштар һәм тағы ла яңы йырҙар тыуҙырыр өсөн ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һиңә", - тип Нурия апайҙың уңыштарын ихлас уртаҡлаша төркөмдәштәре.
Беҙ ҙә көслө рухлы Нурия Абдуллинаға һаулыҡ, ижади ҡомар, яңынан-яңы йырҙар яҙыуын теләйбеҙ.
Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.
Автор: Рәмилә Мусина ("Башҡортостан" гәзитенән).