газета "Салауат"
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 14:23

"Миңә шулай йәшәү оҡшай!"

Өфөнөң Мәләүез урамындағы 27-се йортта йәшәүселәр, фатирҙарында бәшмәк, күгәреү барлыҡҡа килә, тип торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшселәренә әленән-әле мөрәжәғәт иткән булған.

Өфөнөң Мәләүез урамындағы 27-се йортта йәшәүселәр, фатирҙарында бәшмәк, күгәреү барлыҡҡа килә, тип торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшселәренә әленән-әле мөрәжәғәт иткән булған. Оҙаҡ ваҡыт улар нилектән стеналарҙа күгәргән ҡатламдың даими барлыҡҡа килеүен аңламаған.

Бер мәл газ хеҙмәтенән килеүселәр "күҙҙәрен аса" быларҙың. Баҡтиһәң, аҫтағы фатирҙа йәшәгән пенсиялағы ир үҙ фатирын сүплеккә әйләндергән икән. Күршеләр тәүҙә быға ышанмаған, сөнки һәр ваҡыт ыҫпай кейенеп, машинала ғына елдергән күрше бындай кешегә һис тә оҡшамаған. Ул һәр кем менән итәғәтле, осрашҡанда һаулыҡ һораша. Әлбиттә, фатирын инеп күрмәгәс, быға ышаныуы ҡыйын була.

Һәм бер ир "ҡунаҡҡа" инеп аптырауға ҡала: фатир тулыһынса ҡалдыҡ менән тулған, тараҡандар, сысҡандар йүгерешеп йөрөй. "Нимә өсөн был сүпте йыйҙың?" - тигән һорауға ул: "Миңә шулай йәшәү оҡшай", - тип яуап бирә.

Балалары, туғандары булмаған иргә, бәлки, оҡшайҙыр ҙа бит. Ә бына бисара күршеләргә ни хәл итергә? Улар тараҡандар, сысҡандар тиҙ арала үҙҙәренең фатирҙарына инеп тулыр тип бик ҡурҡа. Әлегә уларҙың ялыуҙары иғтибарға алынмаған...
Фото: UacityNews.ru
(Авторы: Миләүшә Сайтакова "Башҡортостан" әгзитенән)https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Mi--shulay-y-sh--o-shay-46798/
Читайте нас: