газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 15:57
Икеһе лә һәләк булған...
“Сатурн Строймаркет Башкирия” магазинының 51 йәшлек хеҙмәткәре хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.
“Сатурн Строймаркет Башкирия” магазинының 51 йәшлек хеҙмәткәре хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу статьяһы буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.
Республика прокуратураһы хәбәр итеүенсә, быйыл июнь айында хәүефһеҙлек техникаһы өсөн яуаплы хеҙмәткәр мастерҙарға Трамвай урамындағы реклама баннерын алырға ҡуша. Эшселәр бындай эште башҡарыу өсөн яраҡлаштырылмаған автотейәгестә биш метр бейеклеккә күтәрелгән. Хәүефһеҙлек техникаһын боҙоу сәбәпле автотейәгес әйләнеп китеп ауған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мастерҙарҙың береһе шунда уҡ йән биргән, икенсеһе дауаханала вафат булған.
Вазифаһын башҡарыуҙа яуапһыҙлыҡ күрһәткән магазин хеҙмәткәре ғәйебен тулыһынса таныған, әммә хатаны төҙәтеп кенә булмай.
Фото: zen.yandex.ru
Авторы: Динә Арыҫланова ("Башҡортостан" гәзитенән)
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ike-e-l--l-k-bul-an-45192/
Читайте нас: