газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 17:43

Иң көслө грипп килә, тиҙәр

Быйылғы ҡышта донъяла һуңғы 15 йылда күрелмәгән иң көслө грипп эпидемияһы күҙәтеләсәк.

Быйылғы ҡышта донъяла һуңғы 15 йылда күрелмәгән иң көслө грипп эпидемияһы күҙәтеләсәк. Шулай тип белдерә эксперттар. Рәсәйҙә грипп афәте декабрь аҙағында башланыр, тип көтөлә. Вирустың иң юғары нөктәһе иһә ғинуар уртаһына тура киләсәк, тип киҫәтә белгестәр. Грипп эпидемияһы йыл һайын Ер шарында йәшәүсе халыҡтың 15 процентын зарарлай. Донъяла грипп менән 500 миллион кеше ауырыһа, шуның 2 миллионы вафат була. Был ауырыуҙан нисек һаҡланырға һуң? Вакытында вакцина яһатыу иң ышаныслы ысулдарҙың береһе булып ҡала. Грипп осоронда ауырыу кешеләр менән аҙыраҡ аралашырға һәм уларҙан кәмендә 1 метр йыраҡлыҡта булырға кәрәк. Ауырыу кеше булған бинала битлек кейегеҙ. Ғөмүмән, был осорҙа битлек кейеп йөрөү хәйерле. Ҡулды һабын йәки составында спирт булган махсус шыйыҡса ярҙамында йыш йыуыу ҙа ғәҙәткә инһен.

Витаминдар сығанағы булған йәшелсә, емеш-еләктәрҙе күберәк ашағыҙ, туҡланыу рационын төрлөләндерегеҙ.
Читайте нас: