газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2019, 15:49

Атаһына бысаҡ менән ташланып...

Бишбүләк үҙәк район дауаханаһына 15 декабрь иртә менән 30 йәшлек ирҙе килтерәләр, уның эсе яраланған була.

Бишбүләк үҙәк район дауаханаһына 15 декабрь иртә менән 30 йәшлек ирҙе килтерәләр, уның эсе яраланған була. Зыян күреүсе шыр иҫерек тә була.
Шулай ҙа яралары үлемесле булмай. Табиптар пациентҡа медицина ярҙамы күрһәткән арала полиция хеҙмәткәрҙәре фажиғә теркәлгән Мораҙым ауылына, иргә кемдең бысаҡ менән ташланғанын асыҡларға тип йүнәлә.
Асыҡланыуынса, үгәй атаһына бысаҡ менән улы сәнскән. 15 йәшлек үҫмерҙең тыумыштан аҡыл яғынан үҫешмәгән икәне билдәле була. Ике арала төнгә ҡарай ғауға сыға. Ҡыҙып киткән үҫмер үгәй атаһына бысаҡ менән ташлана һәм бер нисә тапҡыр эсенә сәнсә. Шаһиттар ауыр тән йәрәхәте алған ирҙе дауаханаға оҙата. Хоҡуҡ һаҡсылары енәйәт урынынан ҡанға буялған бысаҡты ала.
Әле был ваҡиға буйынса тикшереү бара. Аяныслы хәлдә әлеге лә баяғы иҫерткес эсемлектәр ғәйепле...

Авторы: Самат Ғәлин ("Башҡортостан" гәзитенән)https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ata-ina-bisa-men-n-tashlanip-46795/


Читайте нас: