Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн йола буйынса Рәсәй һәм сит ил журналистары өсөн йомғаҡлау матбуғат конференцияһын уҙғара. Ул быйыл киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең рекордлы һанын йыясаҡ тип көтөлә.
Был матбуғат конференцияһы ун бишенсеһе. Дөйөм алғанда, уҙған йылдарҙағы уҙғарылған журналистар менән осрашыуға Путин 47 сәғәтен арнаған.
Ҙур матбуғат конференцияларын уҙғарыу практикаһын ил башлығы 2001 йылда индерә. Йылдың йылы был ваҡиғаға ҡыҙыҡһыныу арта бара. Быйылғы матбуғат конференцияһына 1895 кеше аккредитация үткән, 2018 йылдағыңа ҡарағанда, ике йөҙгә тиерлек күберәк.
Матбуғат конференцияһы бөгөн көндөҙгө сәғәт ун икелә башлана. Уның күпме һуҙылырын әлегә билдәһеҙ. Осрашыуҙың иң ҡыҫҡаһы 2001 йылда булған, ул ваҡытта дәүләт башлығы журналистар менән сәғәт ярым аралашҡан. Ә иң оҙағы 2008 йылда аралашҡан - 4 сәғәт тә 40 минут. Былтыр Путин журналистарҙың һорауҙарына 3 сәғәт тә 43 минут буйына яуап биргән. Уға иҡтисад, милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы, социаль сәйәсәттең төрлө аспекттары, төбәктәрҙең проблемалары, шулай уҡ Рәсәй-Америка, Рәсәй-Төркиә мәнәсәбәттәре, Украина тураһында ла һорауҙар бирелгән.
#ВладимирПутин