газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2019, 12:00

Һау-сәләмәт булһын сабыйҙар!

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова төбәк министрлыҡтары етәкселәре, медицина юғары уҡыу йорттары ректорҙарыменән видео-селектор кәңәшмәһе үткәрҙе.

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова төбәк министрлыҡтары етәкселәре, медицина юғары уҡыу йорттары ректорҙарыменән видео-селектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда төп темаларҙың береһе булып илдә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының үтәлеше мәсьәләһе торҙо.
Кәңәшмәлә Башҡортостан исеменән унда республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һәм уның урынбаҫарҙары ҡатнашты. Вероника Скворцова төбәк етәкселәренә урындағы программаларҙы эшләп еткереү кәрәклеген белдерҙе һәм бала табыуға ярҙам итеү һәм балалыҡ хеҙмәттәре эшен яңы тәртипкә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға, сабыйҙарға медицина ярҙамын күрһәтеү маршруттарына яраҡлаштырыу бурысын ҡуйҙы. Федераль министрлыҡ тарафынан һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу буйынса саралар планы эшләнгән, атап әйткәндә, медицина хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәт хаҡы түләүҙә, иҫкергән инфраструктураны яңыртыуҙа йәки алмаштырыуҙа, транспорт менән тәьмин итеүҙә.
Бөгөн республикала тәү сираттағы бурыстар билдәләнгән. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы ете төбәк проектының тормошҡа ашырылыуын әйтеп китеү урынлы булыр.
#Миллипроекттар
Читайте нас: