Рәсәй башлығы Владимир Путин “Таҙа ил” форум-күргәҙмәһендә ҡатнашыусыларҙы сәләмләү телеграммаһында экологик хәлде яҡшыртыу һәм тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш булдырыу дөйөм милли бурыс тип атаны. Форум Мәскәүҙә 16-18 декабрҙә үтә.
Рәсәй Президенты билдәләүенсә, тәбиғи ресурстар менән һөҙөмтәле идара итеү дәүләттең тотороҡло үҫеше нигеҙе булып тора, кешеләрҙең тормош сифатына һәм һаулығына туранан-тура йоғонто яһай.
“Экологик хәлде яҡшыртыу мәсьәләләре, тирә-яҡ мөхиткә һәм тәбиғи байлыҡтарға ҡарата яуаплы, һаҡсыл ҡарашты күтәреү, Рәсәйҙә производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары менән эш итеүҙә заманса, юғары технологиялы тармаҡ булдырыу - мөһим дөйөм милләт бурысы һәм ул бөтә кимәлдәге власть вәкилдәренең, гражданлыҡ йәмғиәтенең, бизнестың, киң мәғлүмәт сараларының берҙәм тырышлығын талап итә”, - тиелә телеграммала.
Дәүләт етәксеһе һүҙҙәре буйынса, ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн экологик мәҙәниәтте камиллаштырыуға һәр ваҡыт иғтибар бүлергә, предприятиелар ”йәшел” технологиялар ҡулланһын өсөн өҫтәмә дәртләндереү саралары булдырырға, шулай уҡ иң яҡшы, шул иҫәптә сит ил тәжрибәләрен актив файҙаланырға кәрәк.
#ВладимирПутин