газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 17:46

Капиталь ремонт ҡиммәтләнә

Республика Хөкүмәтендә яңы йылдан капиталь ремонтҡа иғәнәләрҙең минималь күләмен арттырыу тураһында ҡарар әҙерләнә.

Республика Хөкүмәтендә яңы йылдан капиталь ремонтҡа иғәнәләрҙең минималь күләмен арттырыу тураһында ҡарар әҙерләнә.
Күп ҡатлы фатирҙар өсөн алтынсы ҡатҡа тиклем түләүҙәр бер квадрат майҙанға 6,9 һум (әле - 5,2 һум) тәшкил итәсәк. Алтынсы ҡаттан юғары фатирҙар өсөн бер квадрат майҙанға түләү – 7,5 һум (әле – 5,8 һум).
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев әйтеүенсә, түләүҙәрҙең арттырылыуы капиталь ремонт фондын тулыландырырға һәм программа буйынса ремонтланыусы йорттар һанын арттырырға ярҙам итәсәк. Киләсәктә иғәнәләр күләме инфляция кимәле буйынса үҙгәрәсәк. Әлеге ваҡытта капиталь ремонт буйынса тарифтар Волга буйы федераль округында иң түбәндәрҙең береһе. 2014 йылдан алып ул үҙгәртелмәне. Киләһе йылда тағы 27 төбәктә тарифтарҙың үҫеүе көтөлә.
Фото:Mgkh.mosreg.ru
Автор: Дина Арсланова ("Башҡортостан" гәзите).
Читайте нас: