Ишембай ҡалаһында йәшәгән бер ғаиләлә булған фажиғәгә әлеге лә баяғы араҡы сәбәпсе. 62 йәшлек пенсионер ҡатындың мәйете бер аҙна самаһы фатирҙа ята. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, ҡатынын үлтереүҙә ғәйепләп, 66 йәшлек ирҙе ҡулға алғандар.
Өлкән йәштәге ҡатындың мәйетен 14 декабрҙә иртән табалар. Мәрхүмәнең тәнендә гематомалар күп була. Тәүге тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ҡатындың үлеменә ете тәүлек самаһы ваҡыт уҙған була.
Шул уҡ көндө хоҡуҡ һаҡсылары иҫерек ирен дә тоталар һәм Эске эштәр министрлығының урындағы бүлексәһенә алып киләләр. Пенсионер ир шул тиклем иҫерек була, хоҡуҡ һаҡсылары уны психоневрология диспансерына урынлаштырыуҙан башҡа сара тапмай. Ә ҡатындың кәүҙәһен суд-медицина экспертизаһына оҙатҡандар. Унда, моғайын, пенсионерҙың ни сәбәптән үлгәнен теүәл генә асыҡларҙар. Нимә генә булмаһын, араҡы яҡшыға алып бармағанын һаман булһа аңларға тырышмайбыҙ...
Автор: Самат Ғәлин ("Башҡортостан" гәзите).