Бөгөнгө көнгә 2019 йылғы республика программаһына ингән 2 855 подъезда ремонтлау эштәре тамамланған. 2020 йылға ла объекттар исемлеге әҙерләнгән һәм уға 3 382 подъезд индерелгән. Республика бюджетынан финанслау күләме 1 млрд һум тәшкил итәсәк.
Был мәғлүмәттәр республика Хөкүмәтендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә яңғыраны, тип хәбәр ителә БР-ҙың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының сайтында.
Быйыл программа сиктәрендә барлығы 3 914 подъезд төҙөкләндерелә. Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез һәм Белорет райондары – артта ҡалыусы биләмәләр иҫәбендә.
БР Төбәк операторы генераль директоры Павел Сафонов һүҙҙәренсә, подрядсыларҙың бөтәһе лә эштәрҙе башҡарыуға яуаплы ҡарамаған, шуға күрә етешһеҙлектәрҙе һәм билдәләнгән күрһәтмәләрҙе улар үҙҙәренең иҫәбенә төҙәтәләр. Уларҙың күптәре эш ресурстары һәм конструктив элементтар дефицитына дусар булған, атап әйткәндә, байтаҡ йорттарҙа ҡыҫҡа ваҡыт эсендә штукатур-маляр эштәре башҡарылған, тәҙрәләр алмаштырылған, әммә ишектәрҙе, почта йәшниктәрен монтажлау оҙаҡҡа һуҙылып киткән.
2020 йылда подъездарҙы ремонтлау темаһына ҡағылып үткәндә, объекттар исемлеге әҙерләнгән һәм БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм БР Төбәк операторы сайттарына урынлаштырылған. Уға 3 382 подъезд индерелгән. Республика бюджетынан финанслау күләме 1 млрд һум тәшкил итәсәк.
– Ни эшләргә тейешлеген хәҙер инде беҙ аныҡ беләбеҙ, подъездарҙы ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыуҙың быйылғы төп позитив һөҙөмтәһе был, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Графиктан бер ни тиклем артта ҡалыуыбыҙҙы аңлайым, бының объектив сәбәптәре бар. Программаны ғәмәлгә ашырыу ҡатмарлы башланған ине. Шул уҡ мәлдә һеҙҙе иҫкәртеп ҡуйырға теләйем: ремонт талап итмәгән подъездарҙы исемлеккә индереп, күрһәткестәрҙе күтәрергә кәрәкмәй. Эштәрҙе сифатлы итеп һәм ысынлап та ҡайҙа зарур, шунда башҡарырға кәрәк.