Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм ФРГ канцлеры Ангела Меркель телефондан “норманд саммиты”, Украина аша газ транзиты, шулай уҡ Ливиялағы хәл тураһында һөйләште, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.
Һөйләшеү Германия яғының инициативаһы менән ойошторола. Ике илдең дә лидеры 9 декабрҙә Парижда Норманд форматында үткән осрашыуҙы ыңғай баһалай. ЕС илдәрен энергетика хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеү өсөн газ тармағында хеҙмәттәшлектең актуаль һорауҙары, шул иҫәптә 2020 йылдың 1 ғинуарынан Украина территорияһы аша Рәсәйҙең тәбиғи газын транзитлау перспективалары ҡарала.
Һөйләшеүҙә күтәрелгән тағы ла бер һорау -ул Ливиялағы көрсөк. Артабан хәлдең киҫкенләшеүенә юл ҡуймау һәм тыныслыҡ булдырыу кәрәклеге билдәләнә.
#ВладимирПутин