БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова белдереүенсә, һуңғы осорҙа регистратураға мөрәжәғәт итеүгә ҡарағанда, телефон һәм интернет аша врачтарға яҙылыу ысулын һайлаусылар күбәйә башлаған. Әлеге ваҡытта табиптарға яҙылыуҙың биш ысулы бар - регистратурала, врачтың үҙендә, инфокиоск, телефон йәки интернет аша.
2019 йылдың 10 айы эсендә 16 млн кешенең врачҡа яҙылыуы теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта “Инцидент” системаһында кәрәкле медицина белгесенә эләгә алмау хаҡындағы мөрәжәғәттәр килеп сығып тора. Бының сәбәбе - кадрҙар дефициты, урындарҙа эште дөрөҫ ойоштормауы, шулай уҡ халыҡтың етерлек мәғлүмәткә эйә булмауы.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда врачҡа биш төрлө юл менән яҙылып була:
Беренсеһе - медицина учреждениеһының регистратураһы аша. Был осраҡта регистратураға үҙең килеп тә, йә уның телефонынан шылтыратып та яҙылыу иҫәпләнә. Тик күптәр регистратураға шылтыратып яҙылыу ҡатмарлы икәнен билдәләй. Шуның өсөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был ысулдан баш тартып, тик 1301 берҙәм телефонын ғына ҡалдырырға уйлай.
Икенсе ысул - 1301 телефон номеры аша. Ул Башҡортостандың барлыҡ территорияһында ғәмәлдә. Колл-үҙәк операторы һеҙҙең шылтырауҙы ҡабул итеп, врачҡа яҙа.
Өсөнсө ысул - врачта ҡабул итеүҙә. Терапевт һәм педиатрға ингәндә һеҙ тар белгестәргә яҙыла алаһығыҙ.
Дүртенсеһе - информат аша. Поликлиникаларҙа һәм дауаханаларҙа врачҡа электрон ысул менән яҙылыу өсөн аппараттар ҡуйылған.
Бишенсе ысул -интернет аша. Врачҡа дәүләтә порталы, берҙәм медицина порталы һәм “Врачҡа” мобиль ҡушымта аша яҙылып була.