газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2019, 12:00

Һаулыҡты тергеҙергә мөмкинлек бирә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә баш ҡаланың Ашығыс ярҙам дауаханаһына аяҡ-ҡулдарҙың актив-пассив реабилитацияһы өсөн тренажерҙар комплексы ҡайтарылған.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә баш ҡаланың Ашығыс ярҙам дауаханаһына аяҡ-ҡулдарҙың актив-пассив реабилитацияһы өсөн тренажерҙар комплексы ҡайтарылған.
Механотерапевтик тренажерҙар хәрәкәтләнеү активлығын, пациенттарҙың хәрәкәт координацияһын тергеҙеү өсөн тәғәйенләнгән.
Системаның эшләү нигеҙендә ҡул һәм ҡулбаш хәрәкәте имитацияһы ята, бында ябай хәрәкәттәр ҙә, ваҡ моторика ла керә. Система үҙ-ара биологик бәйләнеш менән йыһазландырылған.
Тренажерҙағы уйын программалары пациенттың функциональ мөмкинлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Был медицина ҡоролмалары инсульт кисергәндән, йәрәхәттәрҙән һуң, неврология ауырыуҙары ваҡытында реабилитация сараларында файҙаланыла.
Дауахананың 150 пациенты яңы тренажерҙарҙа реабилитация үткән дә инде.
Читайте нас: