Республиканың алыҫтағы ауылдарындағы социаль объекттар интернетҡа тоташтырыла. Был эш «Һанлы иҡтисад» милли проекты буйынса бойомға ашырыла. «Социаль әһәмиәтле учреждениелар интернетҡа федераль бюджет аҡсаһына Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән «Башинформсвязь» йәмғиәте араһындағы дәүләт килешеүе сиктәрендә тоташтырыла. Башҡортостанда социаль әһәмиәтле объекттарҙы тоташтырыу федераль ҡаҙнаға 1,7 миллиард һумға төшә», - тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин.
Быйыл Башҡортстанда 722 социаль әһәмиәткә эйә объект юғары тиҙлектәге Интернетка тоташтырылды. Килешеү шарттарына ярашлы, өс йыл дауамында республиканың 2774 социаль әһәмиәтле объекты интернетҡа тоташтырыла.