газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2019, 13:00

“Туған телгә - 100 аҙым”

Ҡала үҙәк китапханаһы Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһында “Туған телгә - 100 аҙым” тигән өр-яңы проектҡа ҡушылды.

Ҡала үҙәк китапханаһы Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһында “Туған телгә - 100 аҙым” тигән өр-яңы проектҡа ҡушылды.
Китапхана фойеһында "Туған телгә - 100 аҙым" тип аталған күргәҙмә ойошторолғайны.
Сараны алып барыусылар залда ултырыусы балаларҙы был проекттың маҡсаты менән таныштырҙы.
- Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы Королтайы һәм яҙыусылар Союзы был проектты башлаусылар булып тора. Был проекттың мәртәбәһе һәм маҡсаты шунда - ул йәштәрҙе үҙебеҙҙең башҡорт авторҙарының бай ижадтары менән танышырға һәм уларға мәҙәни ҡиммәттәргә иғтибар итергә өндәй. Был проект буйынса исемлектә уҡыусыларға 100 башҡорт әҫәре тәҡдим ителгән. Китап уҡыусылар иғтибарына “Урал батыр” халыҡ эпосынан башлап, Салауат Юлаев, Митфтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Спартак Ильясов һәм башҡа авторҙарының төрлө жанрҙарҙа яҙған әҫәрҙәре ингән. Был проект республика буйынса йыл дауамында үтәсәк. Беҙҙең ҡалабыҙҙың китапханалары акцияға быйыл уҡ ҡушылды, ә 2020 йылда ошо проектҡа ярашлы рәүештә беҙҙең китапханаларҙа төрлө-төрлө саралар үткәреү планлаштырыла. Әлбиттә, китап уҡыусылар беҙгә ярҙамға килер, тип ышанабыҙ һәм һеҙҙе барығыҙҙы ла ошо иҫ киткес акцияға ҡушылрға һәм бөгөндән исемлектә булған китаптарҙы уҡый башларға саҡырабыҙ. Китапты уҡып сығып ҡына ҡалмайынса, әҫәргә баһа ла яҙып алып килһәгеҙ, һеҙ конкурста ҡатнашыусылар иҫәбенә инәсәкһегеҙ. 100 әҫәрҙең исемлеген һеҙ Интернеттан һәм дә "Бәйләнештә" социаль селтәрендә беҙҙең биткә инеп ҡарай алаһығыҙ, - тип сығыш яһаны ойоштороусылар.
Был турала ентеклерәк гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: