газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2019, 16:04

Таксистар эш хаҡына зарлана

Бөгөн, 16 декабрҙә, беҙҙең ҡалала танылған такси онлайн-заказ сервисының водителдәре забастовка ойошторорға тейеш ине.

Бөгөн, 16 декабрҙә, беҙҙең ҡалала танылған такси онлайн-заказ сервисының водителдәре забастовка ойошторорға тейеш ине.

Хеҙмәткәрҙәр иң "ҡайнар" осорҙа заказдар алмаҫка ниәтләй. Атап әйткәндә, иртәнге 7-нән иртәнге 9-ға тиклем һәм киске 5-тән киске 7-гә тиклем эшләүҙән туҡтаясаҡ. Забастовканың сәбәбе итеп таксистар хеҙмәт хаҡының түбән булыуын атай.

"Кешеләр хаҡтарҙың юғары булыуына асыулана. Ә беҙгә ул ваҡытта нисек аҡса эшләргә? Беҙ хеҙмәтебеҙҙең шундай түбән баһаланыуына түҙергә йыйыннмайбыз", - ти улар.

Таксистарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡала буйынса хәрәкәт итеү 39-60 һумға төшә. Бындай түләү хеҙмәткәрҙәрҙе ҡәнәғәтләндермәй. Улар яҡшы хеҙмәт хаҡы өсөн был ғына етерлек түгел, тип белдерә. Забастовканың ни менән тамамланыуын яҡын арала хәбәр итербеҙ.
Читайте нас