Бынан биш йыл элек Иглин районының Көҙөй ауылында булған ҡот осҡос ваҡиға бар республиканы тетрәндергәйне: 15 йәшлек үҫмер ун йәшлек баланы үлтерҙе. Биш йыл төрмәлә ултырған үҫмер әле иреккә сыҡҡан һәм шул ваҡиға тураһында БЮТ журналистарына һөйләгән.
20 йәшлек Вячеслав белдереүенсә, барыһына ла уны класташтарының мыҫҡыл итеүе, туҡмауы, көлөүе ғәйепле. Хатта мәсхәрәләү ҙә булды ти ул. Ә аутизм менән сирләгән ун йәшлек Азаматтан ул ни бары башҡаларҙа булған үсен алған. Уның иҫәбенә көслөрәк булып күренергә тырышҡан.
Егеттең белдереүенсә, кемгәлер был турала әйтеүҙән файҙа булмаған. Уны үпкәләткән кешеләргә ҡарата бер ни ҙә эшләнмәгән, ни бары ошаҡлаған өсөн уны тағы нығыраҡ туҡмағандар.
Шуныһы ҡыҙыҡ, буллинг тураһында мәктәптә күптәр белгән: уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа. Тик бер кем дә уны яҡларға тырышмаған. Һөҙөмтәлә ана ниндәй ҡурҡыныс фажиғә килеп сыҡҡан. Славаны төрмәгә ултыртҡас, уның ҡустыһына ҡарата ла насар мөнәсәбәт башланған. Имеш, ул да ағаһы юлынан китәсәк. Әле төрмәнән сыҡҡас, егет элекке уҡытыусылары менән осрашырға тырышып ҡараған, тик улар Славаның яҙмышы менән ҡыҙыҡһынмай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәптә үҫмерҙәр араһында ошоноң кеүек хәлдәр бик йыш осрай. Уҡытыусыларға ла, ата-әсәгә лә балаларына ҡарата иғтибарлыраҡ булыу күп фажиғәләрҙе булдырмаҫ ине.