Кисә Баймаҡ районы Этҡол ауылы мәсетенән билдәһеҙ әҙәмдәрҙең хәйер һалынған йәшникте урлағаны тураһында билдәле булды. Уғрылыҡ 12 декабрҙә ҡылынған, был хаҡта хоҡуҡ һаҡлаусыларға мәсеттең имамы ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Йыйылған аҡса әллә ни күп тә булмаған, тиҙәр. Тик эш унда түгел, ә иманһыҙҙарҙың, намыҫһыҙҙарҙың күбәйеүендә. Изге урынға кем бысраҡ ҡулын һуҙған, нисек барған бындай оятһыҙлыҡҡа? Еңел аҡса табырға теләп, мәсет, сиркәү кеүек урындарҙы талау осраҡтары әленән-әле ишетелеп тора. Ҡайһы саҡта ундағы яҡшы кешеләр ошондай яман уйлы әҙәмдәр ҡулынан зыян да күреп ҡуя. Миҫалға яҙ Стәрлетамаҡ сиркәүендә булған хәлде иҫкә төшөрөү ҙә етә. Унда ла хәйергә төшкән аҡса артынан килгән яуыздарҙың юлына һаҡсы төшә һәм уларҙы өркөтә, әммә енәйәтсенең береһе уға монтировка менән һуғып ҡаса. Ир һушын юйыр алдынан хәүефһеҙлек төймәһенә баҫып өлгөрә.