газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2019, 10:54

Луиза рәхмәт белдерә...

Үҙ яҙмышына битараф булмаған һәр кемгә онкология сиренә дусар булған ике бала әсәһе Луиза Кәримова рәхмәт әйтә.

Үҙ яҙмышына битараф булмаған һәр кемгә онкология сиренә дусар булған ике бала әсәһе Луиза Кәримова рәхмәт әйтә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө ҡыҙы 2017 йылды ҡаршылар алдынан үҙендә яман шеш сире барлығын асыҡлай. Йәш әсә табиптарҙың ҡушҡан дарыуҙарын даими эсә, ун биш курс химия терапияһын үткәндән һуң сир сигенә. Әммә 2019 йылдың көҙөндә онкология йәнә баш ҡалҡыта. Израилгә барып, сирҙе диагностикалау өсөн аҡса кәрәк булғас, автомобилен һата. Тейешле сумманың бер өлөшөн бөтөнләй таныш булмаған кешеләр йыйып бирә.
Яңыраҡ ул социаль селтәр аша үҙенә ярҙам күрһәткән яңы дуҫ-иштәренә мөрәжәғәт итте.
"Ярты эш башҡарылды. Ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт! Сәйер тойолһа ла, тап ошо сир арҡаһында күп ҡиммәттәрҙе тулыһынса алмаштырҙым, минең яңы таныштарым артты. Мин кешеләрҙең ниндәй мәрхәмәтле, йомарт булыуын күрҙем. Яҡшылығығыҙ бумеранг булып, йөҙ проценты менән һеҙгә әйләнеп ҡайтһын!" - тип яҙа ул.
Фото:KP.RU
Автор: Дина Арсланова ("Башҡортостан" гәзитенән) https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Luiza-r-hm-t-belder-39944/
Читайте нас: