Республикала Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһын тергеҙелә. Инвестор менән килешеүгә ҡул ҡуйылған. Ете миллион һумға ҡорамалдар алыу планлаштырылған. Яңы йылдан бәйләү һәм буяу цехтары асыласаҡ. Туҡыманың үҙен етештереүҙән алып әҙер кейем булғансы линия эшләйәсәк. Ассортимент киңәйтелә. Ойошмала әле 150 хеҙмәткәр иҫәпләнһә, киләсәктә 2000 эш урыны булдырырға вәғәҙәләйҙәр.
Тик һуңғы йылдарҙа фабрикалағы хәлдәрҙе күреп төңөлгән халыҡты ышандырыу еңелдән түгел.
“Эшкә килергә ашҡынып тороусылар юҡ, беҙгә хеҙмәткәрҙәр кәрәк. Мәҫәлән, 200 тегенсе булырға тейеш. Бөтәһенә лә эш етәсәк, яңы йылға тиклем уларға хеҙмәт хаҡы ла түләнәсәк. Сеймал менән тәьмин итәсәкбеҙ, уны үҙебеҙ ҙә етештерергә иҫәп тотабыҙ”, - ти инвестор вәкиле,«Ишембай трикотажы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Дмитрий Лысенко.
Шулай ҙа эшкә кешеләр йыйыла. Үҙ һөнәрен яратҡан тегенселәр ҙә ойошмаға кире ҡайта башлаған.