Уҙған йыл Гүзәл Уразова менән Элвин Грей араһында ғауға булып алды. Гүзәл Уразова йәш йырсы Радик Юлъякшинды бергә башҡарған «Красивая, хорошая» йырының хоҡуҡтарын үҙенә алыуында ғәйепләне. Бер йыл уҙғас, артистар дуҫлашырға булғандар. Был хаҡта Гүзәл инстаграм аша хәбәр итте.
«Конфликт исчерпан! Хәтерләйһегеҙме был һүҙҙе? «Татар йыры» фестивале матбуғат конференцияһында беҙҙең @elvin_grey_music менән булған аңлашылмаусанлыҡты тағын иҫкә алдылар. Ҡайһы берәүҙәр уны һаман да яһалма пиар булған тип уйлай икән. Яһалма әйбер булманы, ысын хәл булды, дуҫтар! Әммә бүтән булмаһын ине. Хәҙер беҙҙең арала барыһы ла яҡшы. Салауат абый менән дә дуҫлашты Радик», – ти Гүзәл.
Бынан тыш, Гүзәл тиҙҙән беҙҙе әлеге дуэттан яңы йыр көтәсәген иғлан итте. Был юлы артистар нәмә башҡарыр? Әлегә уныһы сер булып ҡала.