газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2019, 15:35

Эшләп йөрөгән пенсионерҙар штраф түләйәсәк

Илдең һалым органдары хаҡлы ялдағыларҙың иҫәбен тикшерәсәк һәм уларға штраф түләргәме-юҡмы икәнлеген асыҡлаясаҡ.

Илдең һалым органдары хаҡлы ялдағыларҙың иҫәбен тикшерәсәк һәм уларға штраф түләргәме-юҡмы икәнлеген асыҡлаясаҡ.
Һүҙ рәсми урынлашмай эшләгәндәр хаҡында. Шулай итеп, Рәсәйҙең Пенсия фонды хаҡлы ялдағыларҙың һалым һалынырға тейешле килем сығанаҡтарын өйрәнәсәк. Әгәр кемдер индексация менән бергә пенсия һәм өҫтәмә түләүҙәр ала, етмәһә, ҡайҙалыр һалым түләмәйенсә аҡса эшләһә, уны мутлыҡ өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ихтимал. Был – 120 мең һум кимәлендәге штраф.
Закондарға ярашлы, хаҡлы ялдағылар һалым органына үҙҙәренең өҫтәмә килем сығанаҡтары хаҡында мәғлүмәт бирергә тейеш. Ошонан һуң ғына улар эшләүсе граждандар тип таныла.
Рәсәй Хаҡлы ялдағылар союзы рәйесе урынбаҫары Людмила Пескунова был штрафтарҙың булдырылыуы менән ризалашҡан һәм “закондарҙы үтәргә кәрәк” тип белдергән.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: