Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2019, 15:39

“Артем, ҡайт! Айырылышмаясаҡбыҙ, вәғәҙә итәм!”

Мазовтарҙың ғәйеп булыуҙарына ике ай самаһы ваҡыт үтеп тә бара. Ошоға тиклем бер яңылыҡ та юҡ. Быға тиклем журналистар менән аралашмаған Эльмира “Уфа1” баҫмаһына бәләкәй генә интервью биргән.

Мазовтарҙың ғәйеп булыуҙарына ике ай самаһы ваҡыт үтеп тә бара. Ошоға тиклем бер яңылыҡ та юҡ. Быға тиклем журналистар менән аралашмаған Эльмира “Уфа1” баҫмаһына бәләкәй генә интервью биргән.
– Был минең Артемға шәхси мөрәжәғәтем. Зинһар өсөн, балалар менән өйгә ҡайт. Вәғәҙә итәм, беҙ айырылышмаясаҡбыҙ. Шулай уҡ һин теләгәнсә, эштән китәсәкмен. Элекке кеүек йәшәрбеҙ. Һинең ата-әсәйең менән бер өҫтәл артында Яңы йылды билдәләрбеҙ. Улар риза һәм бик шат буласаҡ, – тине Эльмира Мазова.
Эльмира Өфө ойошмаларының береһендә медицина вәкиле булып эшләй. Ул ире менән айырылышырға планлаштырған. Тап ошо теләге арҡаһында ире ике балаһын алып октябрь аҙағында өйөнән сығып китте. Төп фараз буйынса, ир әле ике балаһы менән йәшенеп ята. Икенсеһе буйынса, Артем балаларҙы ла, үҙен дә үлтергән.
Әйткәндәй, бөгөн Мазовтарҙың бәләкәй улы Славаның тыуған көнө. Малайға алты йәш тулды. Быға тиклем Артемдың ата-әсәһе улдарына мөрәжәғәт итеп уларҙың тиҙерәк ҡайтыуҙарын, баланың тыуған көнөн бергә билдәләргә теләүен әйткәйне.
Артем, ысынлап, ҡайт инде. Теләгәнеңә ирештең бит. Эльмира айырылышмаҫҡа һүҙ бирә. Бәлки, ғаиләгеҙ һаҡланып ҡалыр.
фото: "Бәйләнештә"
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: