газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2019, 15:49

Ҡар өҫтөнә асфальт түшәгәндәр

Был күренеш Стәрлетамаҡ халҡын аптыратҡан. Урындағылар ҡыш көнө ҡар өҫтөнә асфальт һалыуҙарын видеоға төшөрөп, “Бәйләнештә” селтәренә ҡуйған.

Был күренеш Стәрлетамаҡ халҡын аптыратҡан. Урындағылар ҡыш көнө ҡар өҫтөнә асфальт һалыуҙарын видеоға төшөрөп, “Бәйләнештә” селтәренә ҡуйған.
Уны ҡараусылар ҙа, аҫтында комментарий яҙыусылар ҙа күп: “Бындай күренеш башҡа ҡалаларҙа ла йыш күҙәтелә, беҙҙең юлдарҙың сифатына ҡарағанда, бер ҙә ғәжәпләнерлек түгел!” –тип яҙыусылар ҙа бар.
Видеоның авторы әйтеүенсә, тышта –12 градус.
“Росавтодор”ҙан белдереүҙәренсә, асфальтты ҡыш көнө лә түшәргә мөмкин, тик һауа торошо 10 түбән булырға тейеш түгел. Әлбиттә, эш башҡарыла торған урынды тәүҙә яҡшылап ҡарҙан, боҙҙан, туҙан һәм бысраҡтан таҙартыу һәм термойылытҡыстар менән киптереү – төп шарттарҙың береһе. Шулай уҡ, ҡыш көнө асфальт түшәү өсөн махсус материалдар ҡулланылырға тейеш, ти белгестәр.
Фото: "Бәйләнештә"
Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова
Читайте нас: