Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2019, 18:16

2020 йылда минималь хеҙмәт хаҡы - 13 949,5 һум

Башҡортостанда 2020 йылдың 1 ғинуарынан минималь хеҙмәт хаҡының күләме, район коэффициентын иҫәпкә алып, 13 949,5 һум тәшкил итәсәк. Әлеге ваҡытта республикала МРОТ күләме - 12 972 һум.

Башҡортостанда 2020 йылдың 1 ғинуарынан минималь хеҙмәт хаҡының күләме, район коэффициентын иҫәпкә алып, 13 949,5 һум тәшкил итәсәк. Әлеге ваҡытта республикала МРОТ күләме - 12 972 һум. Шулай итеп, минималь хеҙмәт хаҡы 977 һумға артасаҡ. Был хаҡта БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.

Был яңылыҡ 3,2 миллион кешегә ҡағыласаҡ, уларҙың яртыһы дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа эшләй. Документты ғәмәлгә ашырыр өсөн бюджет системаһының сығымдары 20,9 миллиард һумға баҫасаҡ тип планлаштырыла, был сумманың 5,8 миллиарды – федераль бюджеттан.

Хеҙмәт кодексына ярашлы, эш биреүсенең тулы бер ай эшләгән хеҙмәткәргә МРОТ күләменән кәм булған хеҙмәт хаҡы түләргә хоҡуғы юҡ.
Читайте нас: