Мәскәү өлкәһендә 38 йәшлек ҡатын инвалид атаһына ризыҡҡа ҡушып ағыу биргән. Был мәйеттә тикшереү үткәргәндән һуң асыҡланған. Ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәрен үҙе саҡыртҡан һәм: "Атай йоҡлап китте лә, башҡа уянманы", - тигән. Ҡатындың һүҙҙәре буйынса, атаһын ул ҡарттар йортона бирмәксе булған, әмма туғандарының тәнҡитләүенән ҡурҡҡан.