Һуңғы ваҡытта бер йәше лә тулмаған сабыйҙарҙың үлем осраҡтары артты. Бәпестәрҙең барыһы ла тиерлек йоҡлаған саҡта, төндө үлә, бында бер криминал да юҡ. Табиптар бындай осраҡта “сабыйҙың ҡапыл үлеүе синдромы” тигән диагноз ҡуя, ғәҙәттә. Был ҡурҡыныс ни эшләптер башлыса малайҙарға янай. Ошоноң кеүек ҡурҡыныс хәл ошо көндәрҙә Ғафури районының Тайыш ауылында була. Архангел районында йәшәгән күп балалы ғаилә Ғафури районына яҡындарына ҡунаҡҡа бара. Төнгөлөккә ҡунып ҡалалар, ә иртән торғас ҡот осҡос күренешкә тап булалар: бер йәше лә тулмаған малайҙары үлеп ятҡан. Ҡайғынан ни эшләргә белмәгән атай менән әсәй полиция саҡыртҡан.
Был ғаилә ыңғай яҡтан ҡылыҡһырлана, улар өс бала тәрбиәләгән. Сабыйҙың үлем сәбәбе әле билдәле түгел, уны экспертиза асыҡлаясаҡ. Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был факт буйынса тикшереү башланған.