Башкорт һәм татар эстрадаһы йырсыһы Элвин Грей популярлығын юғалта, ахырыһы - ул Казандың «Пирамида» мәҙәни-күңел асыу комплексында тулы зал йыя алмаған. Был хаҡта Kazanfirst.ru баҫмаһы хәбәр итә. Шул уҡ ваҡытта тамашасылар төрлө булған: пенсионерҙарҙан балаларға тиклем. Концерт башланғанда буш урындар күп була һәм һуңынан да аншлаг булмай. Юлъякшиндың Ҡазандағы икенсе сығышы ла шундай уҡ яҙмышҡа дусар булыр, күрәһең - һатып алынмаған билеттар ҡалған. Ни өсөн тап Ҡазан тамашасыһы һыуыныуы билдәһеҙ. Бәлки, был билеттарҙың шаҡтай юғары хаҡы (1300-1700 һум) менән дә бәйләҙер.
Икенсе фараз буйынса, Грей Мәскәүҙә карьера яһарға ҡарар итеүе сәбәпле, Татарстан баш ҡалаһында популярлығын юғалтҡан. Урындағы баҫманан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Радикты «ныҡ һағыныуҙары раҫланмаған», уны онота башлағандар ахырыһы