Мәскәү янындағы биҫтәләге бер йортта ике мәйет табылған. 72 йәшлек ҡатын 51 йәшлек психик ауырыулы улына күп итеп йоҡо дарыуы биреп үлтергән дә, унан һуң үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Улар икеһе генә йәшәгән. Әсә - иҙән йыуыусы, улы төҙөүсе булып эшләгән. Ләкин төҙөлөштә фажиғә булып, ир инвалид булып ҡала. шул ваҡыттан алып әсә кеше уны ҡарай.
Фажиғә була торған көндө ҡатын, ҡустыһына шылтыратып, килеүен үтенә. Ул инде ошо ваҡиғаҡа тап була. Әсә яҙыу ҙа ҡалдырган. Улын ҡарап арыуын, ғөмүмән, йәшәүҙән туйыуын яҙған. Туғандарыннан ғәфү үтенгән.
Артабанғы тормоышоноң ҡыҙығын тапмаған, ә улын, үҙенән һуң ҡараусы булмаясғын аңлап, үҙе менән алып китергә ҡарар иткәндер инде, бисара ҡатын...