газета "Салауат"
+2 °С
Облачно
Новости
14 Декабря 2019, 19:37

Әбей кемгә ҡамасаулаған?

Күрше Стәрлетамаҡта бер әбейҙе вәхшиҙәрсә үлтергәндәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күрше Стәрлетамаҡта бер әбейҙе вәхшиҙәрсә үлтергәндәр. Уның ейәне ҡала халҡына енәйәтсене эҙләүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.

- Был вәхшиҙе табырға ярҙам итегеҙ. Минең өләсәйемде үлтерҙеләр. Билдәһеҙ кеше уның өйөнә кереп язалай, унан һуң талай һәм ахырҙа, үлтерә. Өйҙән сығып киткәндә, газдың барлыҡ конфоркаларын аса һәм өйҙө бикләй, - тип мөрәжәғәт итә мәрхүмәнең ейәне.

Әбейҙең өйө һәр ваҡыт асыҡ булған. Енәйәтсе уның өйҙә яңғыҙы ғына икәнлеген дә белгән, күрәһең.

- Өләсәйем бай йәшәмәне. Үлтереүсе булған аҡсаһын һәм муйынындағы алтын тәреһен һалдырып алған. Бәлки уны әлеге фото буйынса таныусылар булыр? - тип мөрәжәғәт итә ейәне.

Бәлки беҙҙең ҡалала ла берәй мәғлүмәт биреүсе табылыр...
Читайте нас