газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Декабрь 2019, 00:00

Алина Заһитова спорт карьераһын туҡтата

Был хаҡта ул Беренсе канал эфирында белдерҙе.

Был хаҡта ул Беренсе канал эфирында белдерҙе.
“Мин “боҙ”ҙан китмәйем, әммә Рәсәй чемпионатында ҡатнашмайым, - тине 17 йәшлек спортсы. - Шулай уҡ Европа һәм донъя чемпионаттарында ҡатнашыуға ла дәғүә итмәйем. Минең барыһы ла яҡшы. Боҙҙа ҡалам, күнегеүҙәрҙе дауам итәм, яңы элементтар өйрәнәм, яңы программалар өҫтөндә эшләйәсәкмен". Уның һүҙҙәрен тренеры Этери Тутберидзе лә раҫлаған.
Алина Заһитова - Ижевск ҡалаһы ҡыҙы. Фигуралы шыуыу буйынса донъя (2019), Европа (2018) чемпионаттарының алтын миҙалына лайыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Быйыл ул Францияла үткән гран-при этабында – икенсе, Японияла өсөнсө урындарҙы яуланы һм серия финалында алтынсы баҫҡысҡа күтәрелде.
Рәсәй данын яҡлаған, илебеҙгә алтын миҙалдар килтергән йәш һәм өмөтлө Алина Заһитованың ҙур спортҡа тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләргә генә ҡала.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова ("Башҡортостан" гәзитенән)
Читайте нас: