Бөгөн беҙҙең ҡалала "Үҫеш территорияһы" беренсе республика форумы уҙҙы.Ҡалала биш майҙансыҡ эшләне.Шуларҙың береһе "Нефтехимик" спорт һарайында булды.
"Һәр кем еңә ала" тип аталған физкультура-спорт платформаһында танылған спортсылар Семен Елистратов менән Вил Ғабдуллин балаларға оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
Был платоформаға үҙенең киләсәген спорт менән бәйләргә теләүсе үҫмерҙәр
йыйылғайны.Бөгөнгө сара йәштәргә һөнәр һайларға ярҙам итер,моғайын.