газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2019, 23:14

Киләсәккә пландары ла булған да бит...

Башҡортостанда район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары үҙ-үҙенә ҡул һалған. Уға ни бары 32 йәш булған.

Башҡортостанда район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары үҙ-үҙенә ҡул һалған. Уға ни бары 32 йәш булған. Ул Асҡар үҙәк район дауаханаһында эшләгән. БДМУ-ны тамамлағас та ошонда ҡайтҡан. Был уның тыуған ауылы, ата-әсәһе шунда йәшәгән, улар ҙа табип.

11 декабрҙә Артур үҙ-үҙенә ҡул һалған, туғандары нимә булғанын аңлай алмай. Артурҙың ҡатыны һәм ике бәләкәй балаһы ҡалған.

Дауахананың баш табибы ла быны башҡа һыймаҫлыҡ хәл, тип иҫәпләй. Егеттең әүҙем, дәртле, яҡшы белгес булыуын да билдәләй. Киләсәккә пландары ла бар ине, ти.

Ир үҙенең ғаиләһен ныҡ яратҡан, ҡатынының сәхифәһендә үҙенең һөйөүен белдергән. Тәфтиш комитеты тикшереү эшен башлаған. Мәрхүмде 13 декабрҙә ер ҡуйынына тапшырғандар.
Читайте нас: