Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2019, 23:41

"Һеҙгә бер тәүлек бирелә"

Радий Хәбиров балаларҙы ағыулаусыларға 24 сәғәт бирҙе.

Радий Хәбиров балаларҙы ағыулаусыларға 24 сәғәт бирҙе. Стәрлетамаҡ ҡалаһында “снюс”тан 11 йәшлек уҡыусының ағыуланғайны. Бәләгә тарыусы шунда уҡ ашығыс ярҙам менән дауаханға килтерелгән. Уға был матдәне малайға өлкән класс уҡыусыһы кәнфит тип тәҡдим иткән. Әммә снюс баланың һаулығына кире йоғонто яһаған. Ул хатта аяғына ла баҫа алмай һәм үҙен адекват тотмай. Ошондай уҡ хәл бер нисә көн элек Новосибирск ҡалаһында ла теркәлгәйне. Малай әсәһен ишетмәй, биргән һорауҙарына ла яуап ҡайтармай.

Был ваҡиғаға ҡарата Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙ һүҙен әйтте. “Унда никотин тәмәкегә ҡарағанда ла күп, бала организмы ѳсѳн бик хәүефле. Ил буйынса кѳн һайын уҡыусыларҙың кѳслѳ ағыуланыуы тураһында мәғлүмәт килә, хатта үлемесле осраҡтар ҙа булды. Закон кѳсѳнә ингәнсе, балаларыбыҙҙы башҡа һѳҙѳмтәле ысулдар менән һаҡлау тураһында уйлайыҡ. Магазин хужаларына был ағыуҙы кәштәләренән алырға 24 сәғәт бирәм. Кем аңламаған - икенсе тѳрлѳ һѳйләшәсәкбеҙ", - тип яҙа Радий Фәрит улы “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге диуарында.
Фото: Радий Хәбировтың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге диуарынан.

Читайте нас: