газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2019, 18:52

Cалауатта - "Үҫеш территорияһы" форумы

Бөгөн Салауатта ҙур форум бара. Республикала тәүгеләрҙән булып беҙҙең ҡалала уҡыусылар өсөн "Үҫеш территорияһы" тигән күләмле проект тормошҡа ашырыла. Унда 1200-ҙән ашыу туғыҙынсы класс уҡыусылары йәлеп ителгән. Форум эшендә Каринэ Хәбирова ҡатнашты. Сараның маҡсаты - үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең башланғыстарына, уларҙың үҙбилдәләнешенә булышлыҡ итеү, ҡаланың, республиканың социаль-иҡтисади процестарына йәлеп итеү.

Бөгөн Салауатта ҙур форум бара. Респубилкала тәүгеләрҙән булып беҙҙең ҡалала уҡыусылар өсөн "Үҫеш территорияһы" тигән күләмле проект тормошҡа ашырыла. Унда 1200-ҙән ашыу туғыҙынсы класс уҡыусылары йәлеп ителгән.Форум эшендә Каринэ Хәбирова ҡатнашты.

Сараның маҡсаты - үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең башланғыстарына, уларҙың үҙбилдәләнешенә булышлыҡ итеү, ҡаланың, республиканың социаль-иҡтисади процестарына йәлеп итеү.

Форумда ҡатнашыусылар өсөн биш платформа эшләне.

"Нефтехимик" спорт һарайында "Һәр кем еңә" тигән физкультура-спорт платформаһында ҡала уҡыусылары кикбоксинг һәм көршә буйынса донъя чемпионы, "Рәсәй рекордтары китабы" рекордсмены Вил Ғабдуллин, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Олимпия чемпионы Семен Елистратов һәм башҡа билдәле спортсылар менән осрашты.

Салауат музыка колледжына ижадҡа ынтылған йәштәр йыйылды. Улар өсөн төрлө мәҙәни-ижади платформалар ойошторолдо, йәштәр художество оҫталыҡ, хореография, йыр башҡарыу, театраль сәнғәт буйынса мастер-класстарҙа ҡатнашты.

ӨДНТУ-ның Салауат филиалында ҡаланың иң эре предприятиелары үҙ күргәҙмәләрен ойошторҙо. Шулай уҡ уҡыусылар өсөн "Оптик иллюзиялар", "Ваҡыт машинаһы", "Экология һәм беҙ", "Аҡыл уйындары" һәм башҡа оҫталыҡ дәрестәре һәм квест аудиториялары эшләне. Был платформала ҡатнашыусы уҡыусылар, уларҙың уҡытыусылары сараның юғары кимәлдә әҙерләнеүен һәм йәштәргә һөнәри йүнәлеште асыҡлау өсөн мөһим икәнлеген билдәләне.

Шулай уҡ "Нефтехимик" мәҙәниәт һарайында журналистикаға нигеҙҙәре менән таныштырыусы "Дөрөҫ хайп" медиа-платформаһы һәм 1-се лицейҙа шәхестең профессиональ үҫешенә арналған "Лидер йүнәлеше" платформалары эшләне.




#Cалауатүҫештерриторияһы
Читайте нас