Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2019, 11:00

Уҡытыусы эшен баһалап

Башҡорт теле алдынан көнө бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары һәм ике тиҫтә уҡытыусыға 600-әр мең һум күләмендә грант тапшырылды.

Башҡорт теле көнө алдынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары һәм ике тиҫтә уҡытыусыға 600-әр мең һум күләмендә грант тапшырылды.
“2019 йылда Башҡортостан Республикаһында ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар биреү тураһында”ғы ҡарар оло мәғәнәгә эйә.
- Уҡытыусының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, - тине Радий Хәбиров. - Уларҙың һәр береһе граждан, патриот, ҡыҫҡаһы, илебеҙгә яҡшы кеше тәрбиәләүгә көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Ауыл мәктәбендә эшләүселәр ҙә ватаныбыҙ үҫешенә тос өлөш индерә.
Радий Фәрит улы билдәләүенсә, мәғарифҡа иғтибар артабан да көслө буласаҡ, “Мәғариф” милли проекттары сиктәрендә ауыл мәктәптәренә ярҙам бүленәсәк, гранттар күбәйәсәк.
#Миллпроекттар
Читайте нас: