Хоҡуҡ һаҡлау органдары, матбуғат саралары, мутлыҡтарға ҡапмағыҙ, теләһә кемгә ышанмағыҙ, тип иҫкәртеп торһа ла, аферист тоҙағына эләккәндәр осрап тора.
Кисә Өфө ҡалаһы полицияһына бер ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ул Интернет селтәре аша тауар һатып алам тип 13 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
Баҡһаң, ҡатын социаль селтәрҙә сифатлы сәғәттәрҙе арзан хаҡҡа һатҡандарын күреп ҡалған. Тиҙ арала ул һатыусы менән бәйләнешкә ингән, һатып алыу хаҡында килешкән. Тауарҙы бушлай килтерергә вәғәҙә иткәндәр, әммә алдан тулы хаҡын түләү шарт, имеш. Ҡатын тиҙ арала күрһәтелгән иҫәпкә аҡса күсергән һәм сәғәтен көтә башлаған. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң һатып алыусы сәғәт һатыусыларға мөрәжәғәт итәм тиһә, телефондары һүндерелгән булып сыҡҡан.
Алданған ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән, тикшереү эше бара. Был миҫал тағы иҫкәртә: һаҡ булығыҙ, белмәгән кешеләрҙең иҫәбенә алдан аҡса күсермәгеҙ!