газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2019, 17:58

Настяның хәле бигерәк аяныслы

Күптәрҙең яратҡан актрисаһы бөгөн ни хәлдә? Рәсәйҙә билдәле булған “Mash” Telegram-каналы хәбәр итеүенсә, насар...

Күптәрҙең яратҡан актрисаһы бөгөн ни хәлдә? Рәсәйҙә билдәле булған “Mash” Telegram-каналы хәбәр итеүенсә, насар...
“Мейеһенең һул яҡ ярымшарында яман шеш булыу сәбәпле, унда патологиялар барлыҡҡа килгән. Тәүҙә уң ҡулын фалиж һуҡһа, хәҙер бөтә уң яғы хәрәкәтһеҙ ҡалған. Анастасияның әле хәрәкәтһеҙ булған уң яғы артабан шәбәймәйәсәк”, – тиелә унда. Тимәк, ул хәрәкәтһеҙ ҡалды һәм инвалид креслоһында ғына йөрөй ала тигән һүҙ. Әле уны йә әсәһе, йә ире Петр Чернышев ҡарай тиҙәр. Быға ышанырғамы, юҡмы? Шуныһы һағайта: актрисаның ғаиләһе әлегә тиклем уның сирләүе тураһында бер рәсми комментарий ҙа бирмәй. Ни бары Инстаграмда махсус булдырылған сәхифәһендә шундай һүҙҙәр яҙҙылар: “Яңы йыл алдынан яҡшы нәмәләр тураһында уйлау, хыялланыу, башҡаларға байрам кәйефе бүләк итеү күпкә күңеллерәк. Был ваҡытта негатив, ҡурҡыныстар, бысраҡ тураһында уйлағы килмәй. Үҙебеҙҙән шуны әйтәбеҙ, Анастасияға ыңғай фекерҙәрен һәм энергияһын ебәреүселәргә ҙур рәхмәт. Беҙ артабан да матбуғатта комментарийҙар бирергә йыйынмайбыҙ, сөнки ауырыған саҡта һәр кешенең шәхси сиктәре булырға тейеш”.
Фото: golos.ua
Автор: Альфия Мингалиева ("Башҡортостан" гәзите) https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Nastyani-h-le-biger-k-ayanisli-37566/
Читайте нас: