Стәрлетамаҡта 11 йәшлек малай билдәһеҙ матдә менән ағыуланып, дауаханаға оҙатылған.
Ҡайһы матбуғат сығанаҡтары мәғлүмәттәре буйынса, 2-се мәктәп уҡыусыһы кәнфитте икенсе бер малайҙан 20 һумға һатып алған. Һуңынан уның хәле хөртәйә һәм ул дауаханаға эләгә. Ағыуланыу сығанағы “LYFT” тигән никотинлы таблеткалар булыуы ла ихтимал, тип күҙаллана. Ә бит бындай кәнфиттәр теләгән һәр кемгә, йәшенә лә ҡарамай, ирекле һатыла.
Әйткәндәй, был хәл беренсегә теркәлмәй. Новосибирск ҡалаһында ла ошоға оҡшашыраҡ ваҡиға теркәлгән. Унда ла бала ниндәйҙер һағыҙ сәйнәгәндән һуң үҙен иҫәр, сәйер кеше кеүек тота, әсәһенең һорауҙарына ла яуап бирә алмай.Ҡырымда ла мәктәп уҡыусыларының сәйнәй торған никотинлы кәнфиттән ағыуланыуы билдәле.
Ҡурҡыныс хәлдәр. Иң мөһиме был ваҡиғаларҙан һуң ағыулы матдәле "кәнфиттәр" ирекле һатылыуын тыйыу өсөн саралар күрелер, тип ышанғы килә.